top of page
JsqWglAekcs_edited.jpg

Тәрбиәсе тигән гүзәл исем

Бирелмәгән беҙгә  һис юҡҡа

Өйрәтәбеҙ  балаларҙы

Яҡшылыҡ, әҙәп, тәуфиҡҡа.

Белем биреүҙең тәүге баҫҡысы булып  балалар баҡсаһы тора, сөнки нәҡ ошонда сабыйҙың характеры формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә. Ысын тәрбиәсе — һәр ваҡыт рух һәм юғары мәҙәнилек сығанағы ул. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә  эшләгәндәр генә беләлер. Тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе булып бала күңелдәренә һалынған рухи орлоҡтоң тиҫтә йылдарҙан һуң мул емеш биреүе тора. Тәрбиәсе – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. — Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң — шул буласаҡ.  Тәрбиәсе бөтә һөнәрҙәргә лә баш тип ышаныслы әйтеп була. Буласаҡ уҡытыусы, табип, компьютер белгесе, инженер, төҙөүсе, шофер, космонавт һәм башҡа-башҡалар — барыһы ла ҙур донъяға ишекте тәү башлап тәрбиәсе менән аса. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм талаптарына ярашлы итеп ҡоролған эшемдән ҡәнәғәтлелек алып,бала күңеленә асҡыс табып Башҡортостаныбыҙға лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләйбеҙ.

JsqWglAekcs_edited.jpg
Минобр РБ.webp
Снимок2.JPG
minobr-1024x396.webp
5789751f65c4c4296605fc6118966c42.webp
Снимок.JPG

© 2020 Алия Салимова. Сайт создан на Wix.com 

  • Grey Vkontakte Icon
JsqWglAekcs_edited.jpg
JsqWglAekcs_edited.jpg
bottom of page